+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
4 Сентября 2020, 10:00

Бәһлеүән егет Нефтекамала йәшәй икән

Башҡортостан уҡыусыһы ятҡан килеш штанга күтәреү буйынса донъя рекордын уҙып киткән.

Дмитрий Селянин Нефтекама ҡалаһында йәшәй, 9-сы класта уҡый. Август айында ул һуңғы 10 йылдағы рекордты уҙып киткән - 90 килограмм ауырлыҡтағы штанга күтәргән. Элекке рекордсмен 82,5 килограмды күтәрә алған. Был - 13-15 йәшлек үҫмерҙәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә.

Ләкин уҡыусы өлгәшелгәндәр менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай. Дима үҙенең рекордын уҙып китергә һәм 100 килограмлыҡ штанганы күтәрергә ниәтләй.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:https://vk.com/bashkortostanim
Читайте нас