+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 11:52

Һигеҙ ҡала һәм ауылға – федераль грант

Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә.

Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә. Быйылғы бәйгелә Башҡортостандан тағы еңеүселәр бар: Воскресенское, Дәүләкән, Благовещен, Сибай, Белорет, Учалы, Баймаҡ һәм Йылайыр. Был хаҡта республика Башлығы үҙенең “Инстаграм”дағы рәсми сәхифәһендә яҙған. Йәмғеһе 520 миллион һум тәшкил иткән матди ярҙам биләмәләрҙе күркәмләндереү өсөн тотоноласаҡ. Төҙөкләндереү эштәре 2021 йылға планлаштырылған.
Был конкурс тәүге тапҡыр 2018 йылда үткәрелде. Илдең төрлө төбәктәрендә проектҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу көслө булғас, уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә уҙғара башларға хәл ителә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фотола: Баймаҡ ҡалаһы күренеше.
Фото район хакимиәте сайтынан.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: