-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2020, 12:16

Республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 7918-гә еткән

Уларҙың 30-ы һуңғы тәүлектә асыҡланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторған 7 918 сирле теркәлгән, уларҙың 30-ы һуңғы тәүлектә асыҡланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Бөгөн дауаханала ятҡан 65 пациенттың етәүһе – ауыр хәлдә, 746 кеше өйҙә дауалана.
«Бер тәүлектә 111 кеше дауахананан сығарылған. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 7 078 пациент һауыҡҡан. Тәүлек эсендә республикала коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән, мәрхүмдәр һаны элеккесә 29 кеше тәшкил итә. Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 94 кеше ошондай диагноз менән дауаханаға һалынған. Ошо уҡ ваҡытта 73 кеше дауахананан сығарылған».
Галина Бахшиева
Читайте нас: