+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 13:11

Башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай 2020» конкурсының беренсе кастингы Нефтекамала уҙғарыла

5 сентябрҙә Нефтекамала башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай 2020» конкурсына кастинг булып үтте.

Ҡатнашыу өсөн 16-25 йәшлек кейәүҙә һәм балаһы булмаған, сәләмәт тормош алып барған ҡыҙҙҙар саҡырылғайны. Ҡыҙҙар башҡорт телен белгән, тәбиғи матурлыҡҡа эйә булған, буй-һыны 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ һылыуҡайҙар ҡатнашты. Шулай уҡ сәхнә мәҙәниәте, матур итеп фотоға төшә белеү ҙә баһалады.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс өс этапта уҙғарыла. Беренсе этап – конкурстың төбәк туры Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында башланды: 5 сентябрҙә — төньяҡ-көнбайыш, 6 сентябрҙә – төньяҡ, 19 сентябрҙә – үҙәк, 20 сентябрҙә – төньяҡ-көнсығыш, 4 октябрҙә – көнсығыш, 18 октябрҙә – көньяҡ-көнсығыш, 17 октябрҙә – көньяҡ, 24 октябрҙә – көньяҡ-көнбайыш, 25 октябрҙә – көнбайыш зона. Кастингтың тәүге ҡалаһы – Нефтекамала уҙҙы.
Еңеүселәрҙе 7 ноябрҙә Өфөгә финал турына саҡыралар. Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, йыр, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, кейем һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.
Читайте нас: