+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 13:06

Уҡытыусыларҙы коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға мәжбүр итмәйҙәр

Уҡытыусылар коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны үҙ теләгенә ҡарап яһатырға мөмкин, уларҙы прививка эшләтергә мәжбүр итмәйҙәр.

Уҡытыусылар коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны үҙ теләгенә ҡарап яһатырға мөмкин, уларҙы прививка эшләтергә мәжбүр итмәйҙәр,тип белдерҙе мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Дмитрий Глушко ТАСС агентлығына.

«Беренсенән, төбәктәр уҡытыусыларға тест үткәреүҙе ойоштора. Икенсенән, коронавирусҡа ҡаршы прививка буйынса планлы эш башланғас, уҡытыусыларға ла тәҡдим ителә. Был ирекле тәртиптә була», — тине Глушко.

Үҙ сиратында, уҡыусыларҙан уҡыу йылы дауамында коронавирусҡа тест тапшырыуҙарын талап итмәйҙәр.

«Балаларҙан бер кем дә тест алмай, төп бурыс – ингән урында сифатлы контроль ойоштороу, ул юғары температуралы балаларҙы асыҡларға мөмкинлек бирергә тейеш. Балалар бик аҙ сирләгәнгә күрә, төп иғтибар мәктәптә эшләгәндәргә: уҡытыусыларға, етәкселеккә», — тине чиновник.
Читайте нас: