-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 12:47

Балалар өсөн махсус вакцина буласаҡ

Тажвирустан вакцинаны һынау осоро тамамланыуға уның кәмендә ике варианты буласаҡ: ололар һәм бәлиғ булмағандар өсөн. Был хаҡта Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге профессоры Александр Бутенко хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, препаратты үҙ теләге менән ҡаҙатыусыларҙа тикшереп ҡарау процедураһы үтеү менән, уның тағы бер версияһы булдырыласаҡ. Йәғни, һынуаҙар үткәндән һуң 18 йәштән өлкәндәр өсөн генә вакцина әҙер була, ә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уның еңеләйтелгән варианты эшләнеләсәк.
Бутенко балаларҙың тән ауырлығы аҙыраҡ булыуы һәм иммунитеты үҫешмәгән булыуына баҫым яһай. Шуға ла препараттаың дозаһы ололар өсөн эшләнелгән вакцинаныҡына ҡарағанда кәмерәк булырға тейеш, тип иҫәпләй. Бөтөн вакциналарҙың да балалар һәм ололар өсөнгә бүленеүе тураһында ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте ул.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: