Тәүлек эсендә республикала 31 кешенең — коронавирус, 83 пневмония йоҡтороуы асыҡланған.
Башҡортостанда пандемия башланғандан алып бөтәһе 8042 кеше COVID-19 инфекция вирусын йоҡторған. Ә 7209 кеше һауығып сыҡҡан. Был сирҙән 29 кеше вафат булған.
Әле стационарҙа — 46 сирле, уларҙың өсәүһе ауыр хәлдә. Ә 758 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Рәсәйҙә дөйөм алғанда 1035789 кеше был сирҙе йоҡторған, 850049 кеше һауыҡҡан, ә 17993 кеше мәрхүм булған.