+16 °С
Дождь
Яңылыҡтар
9 Сентября 2020, 08:13

Иртәгә ямғырҙар башлана ти синоптиктар

Башгидрометеоцентр алдағы көндәргә һауа торошо хаҡында нимә ти?

Иртәгә 10 сентябрь Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 9-14, көндөҙ — 14-19 градус йылы була тип фараз итә Башгидрометеоцентр.
11 сентябрь көнө урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа, ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төндә йомшаҡ, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә — 5-10, көндөҙ — 16-21 градус.
Илзирә Вәлиева фотоһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.
Читайте нас