+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2020, 15:05

Бөгөн республика мәктәптәрендә уҡыусылар милли кейемдә килгәндәр

Өфөнөң башҡорт гимназияларында милли кейем кейеп килгән балалар шул хәтлем һөйкөмлө.

Өфөнөң башҡорт гимназияларында милли кейем кейеп килгән балалар шул хәтлем һөйкөмлө.
10-11 сентябрь Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Республикалағы дөйөм, өҫтәмә, мәктәпкәсә һәм профессиональ белем биреү ойошмаларында Берҙәм дәрес үтә.

Берҙәм дәрестең иң яҡшы өлгөләре Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары менән бүләкләнәсәк.


Видеояҙмаларығыҙы 14 сентябргә тиклем Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Адресы − [email protected]

Рухи мираҫты онотмайыҡ, уны киләсәк быуынға тапшырайыҡ.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гиназияһында.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында.
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында.
Читайте нас: