+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2020, 13:49

Ниндәй уҡыусыларға 125 мең һумлыҡ грант бирелә?

10 октябргә тиклем математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында 125 мең һумлыҡ грант алыу өсөн ғариза яҙа ала.

10 октябргә тиклем математика, информатика һәм һанлы технологиялар өлкәһендә айырыуса ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында 125 мең һумлыҡ грант алыу өсөн ғариза яҙа ала. “Ғаризаны тапшырыу өсөн "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында раҫланған иҫәп яҙыуы булырға тейеш. Грантҡа заявканы законлы вәкил йәки 14 йәше тулған уҡыусы үҙе рәсмиләштереү хоҡуғына эйә, – тип аңлатма бирә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте. – Грантты биреү тураһындағы ҡарар 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителәсәк”.
Электрон ғаризаға уҡыу урынынан белешмәләрҙең, үрҙә күрһәтелгән өлкәләрҙә ҡаҙаныштарҙы раҫлаған документтарҙың скан-күсермәләрен йәки фотографияларын беркетергә кәрәк. Ғаризала шулай уҡ Рәсәй банкында асылған иҫәп реквизиттарын күрһәтеү зарур.
Илебеҙҙәге һәләтле уҡыусылар өсөн гранттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бирелә.
национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: imena.guru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: