-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 11:28

Башҡортостанда 106 уҡытыусыға йөҙ балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән өсөн өҫтәмә аҡса түләнә

Хәбәр ителеүенсә, уҡытыусыларға түләү өсөн 5,3 миллион һум йүнәлтелгән.

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән уҡытыусыларға өҫтәмә аҡса түләнә. Республика хөкүмәтенең тейешле бойороғо Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Хәбәр ителеүенсә, уҡытыусыларға түләү өсөн 5,3 миллион һум йүнәлтелгән. Берҙәм дәүләт имтиханы-2020 имтихан кампанияһы йомғаҡтары буйынса бөтәһе 106 уҡытыусыға ошондай премия тапшырыла.

Йөҙ балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында тейешле указға республика башлығы Радий Хәбиров быйыл апрелдә ҡул ҡуйған.

Премия күләме – 50 мең һум. Уҡыусыларҙың күпме булыуына ҡарамай.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл республикала 17,9 сығарылыш класс уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Башҡортостанда имтиханға килеү 94% тәшкил итте. 11 класс уҡыусыларының 6% имтиханға килмәне. Быйыл йөҙ балл йыйған имтихан эштәре һаны 127-гә етте. 127 эштең күбеһе химияға (35), рус теленә (25), информатика һәм физикаға (20-шәр) тура килә.

Читайте нас в