-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 21:20

Икенсе тәүлек инде ике үҫмерҙе эҙләйҙәр.

Башҡортостанда ике үҫмерҙе эҙләйҙәр: улар туғандарына шылтыратып, ярҙам һорарға өлгөргән.

Башҡортостанда икенсе тәүлек инде ике үҫмерҙе эҙләйҙәр. 13 йәшлек Любовь Крашенинникова менән 12 йәшлек Данил Глимянов 10 сентябрҙә Иглин районы Ҡыҙыл шишмә ауылынан сығып киткән.
Кисен ҡотҡарыусыларға балаларҙың юғалыуы хаҡында мәғлүмәт килгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре белдереүенсә, дуҫтар Өфөнән Иглингә электричка менән килгән, шунан улар урманға ингән дә ғәйеп булған.
«Үҫмерҙәр үҙҙәре ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән, трассанан алыҫ түгел батҡыл урында булыуҙары тураһында әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың телефон зарядкаһы махсус хеҙмәттәргә шылтыратыу өсөн генә еткән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Әле үҫмерҙәр юғалған урында кинологтар, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, полицейскийҙар һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Любовь Крашенинникованың билдәләре: буйы 157 сантиметр, тығыҙ тәнле, ҡара сәсле, йәшел күҙле. Аҡ блузка, ҡара салбар, күк кроссовка кейгән.
Данил Глимяновтың билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа аҡһыл һары сәсле, күҙҙәре йәшкелт-һоро.
Юғалған балаларҙы күргән йәки уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән полицияға йәки ирекмәндәргә шылтыратыуҙарын һорайҙар: 8-927-969-89-19, 02 (кеҫә телефонынан 102), 8-800-700-54-52.
Фото: Балаларҙы эҙләү - Өфө
Читайте нас в