-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 14:11

Силәбелә башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай – 2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы

Силәбелә башҡорт ҡыҙҙары араһында «Һылыуҡай – 2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы (дауамы - сайтта)

Силәбелә башҡорт ҡыҙҙары араһында «Һылыуҡай – 2020» матурлыҡ конкурсына кастинг уҙҙы. Силәбелә бындай байрам тәүгә ойошторола. Еңеүсегә төп бүләк – башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының финалында үҙ көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге.
Конкурстың төп үҙенсәлеге — йәштәрҙең милли мәҙәниәткә һәм йолаларға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, башҡорт телен белеү. Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырыуҙан тыш, жюри ағзаларының һорауҙарына яуап бирергә тейеш ине. Гүзәллек конкурстарындағы ғәҙәти дефиле һәм ижади конкурс та ойошторолдо.
Кастингта 17 ҡыҙ ҡатнашты. Таж эйәһе һәм «Һылыуҡай-2020» Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҡайҙары конкурсының тәүге финалсыһы — Силәбенән Аймара Нафиҡова. Конкурстың финалында ул Силәбе өлкәһе исеменән ҡатнаша. Беренсе урында – Юлиә Абайдуллина, икенсе урында — Элина Сибәғәтуллина, өсөнсөлә иһә Ләйсән Солтанова.
Финал 3 декабрҙә Өфөлә уҙғарыла. Еңеүсегә төп бүләк – автомобиль.
Кастингтар графигы:
12 сентябрь – Екатеринбург ҡалаһы;
13 сентябрь – Пермь ҡалаһы;
18 сентябрь – Ырымбур ҡалаһы;
19 сентябрь – Һамар ҡалаһы;
26 сентябрь – төньяҡ-көнсығыш зона (Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары).
Үткәреү урыны: Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Читайте нас в