Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, тип белдерҙе республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, йома аяҙлы-болотло була. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән секундына 18 метрға тиклем.
Һауа температураһы көндөҙ — 13-18, көньяҡта 23 градусҡаса йылы.
Шәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 4-9, көндөҙ 15-20 градус йылы.
Йәкшәмбе Башҡортостанда башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә — 3-8, көндөҙ 16-21 градус.
фото: Аиша Минһажева, Туймазы районы Серафим ауылы.