15 сентябрҙән Башҡортостанда йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай.
Республика башлығы Радий Хәбиров COVID-2019 таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы һәм Рәсәй чемпионаттарының башҡа уйындарын санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндә генә уҙғарырға рөхсәт ителә. Төп шарт – тамашасылар трибунаһының 50 проценты ғына тулы булырға тейеш.
18 йәше тулған спортсылар өсөн Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙың берҙәм календар планына индерелгән рәсми физкультура һәм спорт саралары үткәрелә башлай. Шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү мөһим, тамашасылар трибунаһының яртыһы ғына тулы булырға тейеш.