+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 11:32

Евразия йөрәгендә – оло байрам

Кисә Өфөлә “Евразия йөрәге” V халыҡ-ара сәнғәт фестивале асылды. Бөгөн фестиваль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт менән дауам итәсәк.

Өфөлә “Евразия йөрәге” V халыҡ-ара сәнғәт фестивале асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Фестивалдең тәүге көнө, программаға ярашлы, Милли кейем көнөнә арналған флешмобтан башланды. Унда меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Артабан байрамды “Ҡурайфест” проекты дауам итте. Унда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсылары, Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө сығыш яһаны. Сәхнәгә шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм уның “Рус йыры” театры етәкселегендә “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафонында ҡатнашыусылар сыҡты.
“Этнотөн” барышында Тыванан “Khoomei beat” һәм Удмурт Республикаһынан “Буран өләсәйҙәре” коллективтары сығыш яһаны. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Пелагея кисәнең хедлайнеры булды.
Бөгөн “Евразия йөрәге” программаһын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт дауам итә. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, опера йырсыһы Любовь Казарновская, популяр музыкант Петр Дранга һәм “Viva” вокаль төркөмө сығыш яһай. Байрам Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газмановтың сығышы һәм фейерверк менән тамамлана.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: