+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 13:19

Бөгөн Рәсәйҙә ике медицина үҙәге асыла

Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан төҙөлгән медицина учреждениеларын асыу тантанаһында Владимир Путин ҡатнашасаҡ. Тик онлайн форматта.

Псков һәм Великие Луки ҡалаларында Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан төҙөлгән медицина учреждениеларын асыу тантанаһында Владимир Путин да ҡатнаша. Әммә ҡотлау һүҙҙәрен ул видео-конференция форматында еткерәсәк.
Великие Луки һәм Псков ҡалаларында хәрби төҙөүселәр 200 һәм 100 урынлыҡ күп профилле медицина үҙәктәре төҙөнө. Был учреждениелар заманса ҡормалдар - компьютер томографиялары, анестезиология, эндоскопия, экстракорпораль мембраналы оксигинация ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Улар ил президентының ҡушыуы буйынса төҙөлгән.
Быға тиклем Оборона министрлығы хәрби госпиталдәр нигеҙендә Рәсәйҙең 15 төбәгендә 16 күп профилле медицина үҙәген асты, шулай уҡ Воронежда - 1, Дағстанда 3 үҙәк сафҡа индерелде. Уларҙы асыу тантанаһында Владимир Путин видео-конференция бәйләнеше аша ҡатнашты. Ул хәрби көстәр ярҙамында төҙөлгән үҙәктәрҙең тиҙ арала сафҡа индерелеүенә алдан бигүк ышанмауы хаҡында әйтте. Путин был үҙәктәрҙең коронавирусҡа ҡаршы көрәштә генә түгел, төбәктәрҙәге һаулыҡ һаҡлау өлкәһен дөйөм яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнаясағы тураһында ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
Читайте нас: