+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 17:51

Республикала быйыл ғына 11 мәктәп төҙөлгән

Башҡортостанда пандемия шарттары дауам итеүгә ҡарамаҫтан, 1 сентябргә 7 белем усағы асылған, йыл аҙағына тиклем тағы дүртәүһе тапшырыласаҡ. Тулыраҡ - сайтта.

Башҡортостанда пандемия шарттары дауам итеүгә ҡарамаҫтан, 1 сентябргә 7 белем усағы асылған: Өфө районының Чесноковка ауылында 640, ә Жуково ауылында 365 урынлыҡ, Стәрлетамаҡтың "Шахтау" микрорайонында, Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында, Балтасы районының Штәнде ауылында, Балаҡатай районының Әйҙәкәй ауылында, Асҡын районының Ҡышлау Йылға ауылында һәм Яңауыл ҡалаһындағы үҙенсәлекле балалар өсөн мәктәп-интернат.
Республика башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, пандемияға бәйле, иҡтисади проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптәр төҙөү дауам ителә. Карантин ҡасан булһа бөтөр, ә балалар яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш.
Әйткәндәй, тиҙҙән, йыл аҙағына тиклем тағы ла 4 мәктәп сафҡа индерелә. Өфө районының Зубов һәм Михайловка ауылдарында балалар баҡсалары менән бер бинала мәктәптәр асыла, шулай уҡ Шаран районының Шаран ауылында, Нуриман районының Первомайск ауылында уҡыусылар өр-яңы мәктәпкә барасаҡ.
Читайте нас: