+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 12:02

Һупайлыла балалар баҡсалары арта

Әлеге ваҡытта бер юлы биш мәктәпкәсә учреждение төҙөлә, шуларҙың өсөһө - Һупайлы микрорайонында. Бер балалар баҡсаһы Юрий Гагарин урамы, 44/2 адресы буйынса барлыҡҡа киләсәк.#Демография #МиллиПроект #нацпроект #ҠатынҠыҙҙарМәшғүллегенәЯрҙам

“Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә баш ҡалала яңы балалар баҡсалары төҙөлә һәм булғандары төҙөкләндерелә.
Әлеге ваҡытта бер юлы биш мәктәпкәсә учреждение төҙөлә, шуларҙың өсөһө - Һупайлы микрорайонында. Бер балалар баҡсаһы Юрий Гагарин урамы, 44/2 адресы буйынса барлыҡҡа киләсәк.
Яңы өс ҡатлы балалар баҡсаһының майҙаны 5000 квадрат метрға яҡын буласаҡ, ул 190 урынға иҫәпләнгән. Учреждениела һигеҙ төркөм, шул иҫәптән өс кескәйҙәр, биш мәктәпкәсә төркөмдәр, түңәрәк, музыка, физкультура залдары буласаҡ.
Балалар баҡсаһын ике – кесе һәм йөк лифттары менән йыһазландырасаҡтар. Кесе лифт аҙыҡ-түлекте өҫкө ҡаттарға күтәреү өсөн төҙөлһә, йөк лифты халыҡтың әҙ хәрәкәтләнеүсән төркөмдәре өсөн тәғәйенләнгән буласаҡ, сөнки балалар учреждениеһы мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә ҡаралған буласаҡ.
Әлеге ваҡытта эске һәм тышҡы коммуникацияларҙы үткәреү, эске биҙәкләү, территорияны төҙөкләндереү эштәре бара. Объектты файҙаланыуға 2020 йыл аҙағына тиклем тапшырырға ниәтләйҙәр.
Яңы балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүләсәктәр – тышта территорияның бөтә периметры буйынса ла, бинаның эсендә лә видеокүҙәтеү камералары урынлаштырыласаҡ. Балалар учреждениеһына тик махсус магнит асҡысы менән генә инеп буласаҡ.
#Демография #МиллиПроект #нацпроект
#ҠатынҠыҙҙарМәшғүллегенәЯрҙам
Читайте нас: