Лео атамалы эткә арналған һәйкәлгә, соҡоп, "Оло йөрәкле бөтөн кескәй геройҙарға" тигән яҙыу яҙылған.
Сербияла булған хәл был. Кәүҙәгә бәләкәй генә Лео, кескәй ҡыҙҙы ҙур эттән яҡлашып, һәләк булған. Тышта йөрөгән саҡта аҡыллы хайуанҡай, ҙууур эттең бер ҡыҙ баланы йығып, талай башлауын күреп ҡала. Шунда уҡ йүгереп барып, уҫал эттең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Шулай итеп, ҡыҙсыҡ яһилдың тештәренән ҡотолоп, ҡасып өлгөрә. Әммә Лео ҡотола алмай, яраланып, йән бирә...