+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2020, 16:07

Йылға буйҙары таҙарып ҡалды

Үткән ял көндәрендә Ғафури районындағы "Еҙем" тәбиғәт паркында экологик акция үтте. Акция "Рәсәй һыуы" Бөтә Рәсәй экологик акция сиктәрендә ойошторолдо.Ә һеҙҙә ер-һыуҙы таҙарталармы?

Ғафури районындағы "Еҙем" тәбиғәт паркында экологик акция үтте. Акция "Рәсәй һыуы" Бөтә Рәсәй экология акцияһы, "Экология" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Үткән шәмбе Рус география йәмғиәтенең район бүлексәһе, “Еҙем” тәбиғәт паркы, “Торатау” геопаркы һәм В.Нассонов исемендәге спелеоклуб ҡатнашлығында үткән был акцияла Киндерле мәмерйәһе, Еҙем йылғаһының яр буйҙары сүп-сарҙан таҙартылған.
Шулай уҡ ирекмәндәр Таш Аҫты ауылы эргәһендәге Еңеү мәмерйәһе тирәһен сүп-сарҙан таҙартҡан.

#миллипроект #нацпроект
Читайте нас: