+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 19:55

16 йәше тулған үҫмерҙәр "Йәшлек-шоу"ҙа ҡатнаша ала

Быйыл "Йәшлек-шоу" Рәсәй кимәлендә уҙғарыласаҡ һәм ул "Йәшлек-шоу - 2020. Перезагрузка" тип атала. Әйткәндәй, иртәгә фестивалдең тәүге көнө һәм, әлбиттә, дискотека көтә беҙҙе!

Башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында 16 йәштән 30 йәшкәсә егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Быйыл конкурс даирәһен киңәйтә һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә үтә. Һайлап алыу туры илдең төрлө төбәктәрендә ойошторола.
Фестивалдең тәүге көнө иртәгә, 18 сентябрҙә 18:00 сәғәттә Өфө ҡалаһының ART-квадрат майҙанында концерт-дискотека формаһында үтәсәк. "Йәшлек шоу" проекты ойоштороусылары, баһалама ағзалары менән осрашыу-аралашыу ҙа ҡаралған был кистә. Сарала Рөстәм Ғиззәтуллин, МC Bash, Алтынай Вәлитов, Ришат Рәхимов, Zainetdin Neo Vision һәм башҡа танылған эстрада йондоҙҙары сығыш яһай.
Артабан саралар республика район-ҡалалары һәм Рәсәй төбәктәрендә үтә. Иң яҡшы йәш башҡарыусылар ҡатнашлығында гала-концерт 20 ноябрҙә Өфөлә уҙа.
Читайте нас: