-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 13:21

Башҡортостан традицион уҡтан атыу буйынса халыҡ-ара фестивален ҡабул итә

Республика бишенсе «Мәргән уҡсы» фестивален ҡабул итә.

Башҡортостандың Иглин районы Иван-Казанка ауылы 19 һәм 20 сентябрҙә традицион уҡтан атыу үҙәгенә әүерелә. Республика бишенсе «Мәргән уҡсы» фестивален ҡабул итә.
Башҡортостанға Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән спортсылар килә. Быйыл Силәбе, Һамар өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Башҡортостан республикаларынан 100-ләгән уҡсы ғариза ебәргән.
Фестиваль барышында турнирҙар өс номинацияла ойошторола. Уҡтан атыуҙан тыш, әүҙем ял һәм спорт яратыусыларҙың һыбай уҡтан атыу мөмкинлеге лә бар.
Иң шәп ҡатнашыусылар уҡтан атыу буйынса төбәк һәм халыҡ-ара ярыштарҙа, хәрби-тарихи реконструкция фестивалдәрендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Читайте нас в