+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 13:18

Республика театрҙарына һәм концерт ойошмаларына яңы директорҙар тәғәйенләнде

Башҡортостандың бер нисә дәүләт театрҙарына һәм концерт ойошмаларына яңы директорҙар тәғәйенләнде.

Башҡортостандың бер нисә дәүләт театрҙарына һәм концерт ойошмаларына яңы директорҙар тәғәйенләнде. Кисә республиканың Мәҙәниәт министрлығында уҙған конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителде.
Хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрын – Әбдрәшитов Илнур Риз улы, Туймазы дәүләт татар драма театрын – Вәхитов Руслан Рәфис улы, Нефтекама дәүләт филармонияһын Ғайсин Ринат Рәшит улы етәкләй.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы (директоры – Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы), Стәрлетамаҡ Рус драма театры (Замесина Виктория Александровна), Республика халыҡ ижады үҙәге (Әлибәков Артур Айҙар улы) директорҙары үҙ урындарын һаҡлап ҡалды.
Салауат башҡорт драма театрында конкурс булманы тип танылды.
Читайте нас: