+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 19:54

Республикала балалар ултырған автобус юл фажиғәһенә осраған, зыян күреүсе бар

Кушнаренко районында бөгөн Мәскәү — Өфө федераль трассаһының 1289-сы саҡрымында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостандың Кушнаренко районында 18 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 1 тирәһендә Мәскәү — Өфө федераль трассаһының 1289-сы саҡрымында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, Scania йөк фургоны менән «ПАЗ» мәктәп автобусы бәрелешкән.
Бәрелешкәндән һуң автобус юл ситенә төшөп киткән һәм электр бағанаһына төкөлгән.
Аварияла уҡыусыларҙы оҙатып йөрөгән 27 йәшлек ҡатын-ҡыҙ зыян күргән. Билдәле булыуынса, салон эсендә һигеҙ бала булған, уларҙың бөтәһе лә иҫән-һау. Уларға өйҙәренә ҡайтып етеү өсөн 300 метр самаһы ҡалған булған.
Ваҡиға сәбәптәрен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай.
Читайте нас: