+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 13:23

Уҡыусылар төшөрөшкән фильм экранға сығарыла

Былтырғы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә "Ел йыры" тигән балалар өсөн ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлгәйне. Тулыраҡ - сайтта.

Былтырғы уҡыу йылында "Рәсәй мәктәптәрендә кино-дәрестәр" Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә Башҡортостандағы белем усаҡтары ла ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөүҙә ҡатнашҡайны. Проектты "Интелрост" Интеллектуаль һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге ойошторҙо.
Проект буйынса, һәр төбәктә кешенең күркәм холоҡ сифатына арналған балалар фильмы төшөрөлә. Кинокартинаны төшөрөү өсөн аҡса, макулатура тапшырып, йыйылған сумманан алынғайны. Шул рәүешле балалар фильм төшөрөүгә үҙҙәренең өлөшөн индерҙе. Башҡортостанда иһә был маҡсатта 174 841 килограмм макулатура тапшырылды һәм "Ел йыры" тигән балалар өсөн ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлдө.
26 сентябрҙә Өфө ҡалаһының "Родина" кинотеатрында 11.00 сәғәттә балалар өсөн фильмдың презентацияһы үтәсәк. Унда ошо фильмды төшөрөүҙә әүҙем ҡатнашҡан республика мәктәптәренән уҡыусылар, фильм геройҙары, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт, Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлыҡтарынан, Санкт-Петербургтағы "Интелрост" үҙәгенән ҡунаҡтар саҡырылған.
Читайте нас: