+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 15:22

"Ватан һаҡсылары" олимпиадаһына эштәр ҡабул ителә

15 сентябрҙә уҡыусылар өсөн "Ватан һаҡсылары" тыуған төбәкте өйрәнеү буйынса Бөтөн Рәсәй олимпиадаһы башланғайны. Унда ҡатнашыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк икән?

15 сентябрҙә уҡыусылар өсөн "Ватан һаҡсылары" тыуған төбәкте өйрәнеү буйынса Бөтөн Рәсәй олимпиадаһы башланғайны. Интеллектуаль бәйгене "Аргументы и факты" АО, "Просвещение" Компаниялар төркөмө һәм "МОЯОКРУГА" ЯСЙ ойоштора. Олимпиада төбәктең тарихын популярлаштырыу һәм йәш быуындың күңелендә тыуған илгә, яҡташтарға, йолаларға ихтирам уятып, әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға йүнәлтелгән.

Олимпиада 10-11 синыф уҡыусылары араһына үткәрелә. Эштәр 2020 йылдың 15 сентябренән 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына юллама менән бүләкләнәсәк, ә финалға сығыусыларға дипломдар тапшырыласаҡ.

Интеллектуаль ярышта ҡатнашыу өсөн ХранителиРодины.рф сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙҙең эшегеҙҙе шунда ҡуйырға кәрәк. Эш алдан бер ҡайҙа ла ҡатнашмаған, оригиниаль булырға тейеш, шулай уҡ биштән дә кәм булмаған фото һалырға кәрәк буласаҡ. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларға өс тема тәҡдим итә: үҙегеҙ йәшәгән тораҡ пунктының тарихы, төбәктә йәшәүсе халыҡтың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, йәки яҡташ билдәле шәхес тураһында.

2020 йылдың 15 ноябрендә "Ватан һаҡсылары" сайтында эштәре 20 балдан да кәм йыймаған финалға сығыусыларҙың теҙмәһе донъя күрәсәк. Эштәргә баһа ҡуйғанда ойоштороусылар теманың актуаллегенә, әҙәби грамоталыҡҡа, материалды башҡарыу сифатына иғтибар итәсәк.

Олимпиаданың икенсе этабында - 30 ноябргә тиклем финалистар араһынан лауреаттар һәм еңеүселәр билдәләнәсәк.

Әйҙәгеҙ, ятып ҡалғансы, атып ҡалайыҡ, дуҫтар! Кем белә, беҙҙең аранан да Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа барыусылар булыр, Иншаллаһ!

Читайте нас: