-19 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2020, 18:17

"Тәүге 40 доза килде"

Коронавирустан тәүге вакцинаны кемдәр алыр?

Башҡортостанға коронавирус инфекцияһынан 40 доза күләмендә тәүге партия вакцина килде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡарма власть органдары һәм муниципалитет башлыҡтары етәкселәре өсөн үткән семинар барышында әйтте.
– Ике көн элек республикаға коронавирустан 40 дозалыҡ беренсе партия вакцина килде. Беҙ уны тәү сиратта COVID-госпиталдәрҙәге “ҡыҙыл зона”ла эшләгән табиптарға яһатасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Артабан Башҡортостанға килгән вакциналар күләме яйлап артасаҡ. Ошо сәбәпле коронавирус эпидемияһы, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла, кәмеүгә табан китер тип ышанам.
Әлеге ваҡытта вакцинаны “Башфармация” предприятиеһы келәттәренә бушатҡандар. Бында махсус һыуытҡыстар бар, улар вакцина өсөн кәрәкле 18 градустан юғары булмаған һауа температураһын тота. Унан прививка республиканың ҡайһы бер медицина ойошмаларына оҙатыласаҡ.
COVID-19-ҙан киң вакцинация етештереү күләме артыу һәм теркәүҙән һуңғы тикшереүҙәрҙән алынған мәғлүмәтте өйрәнгәндән һуң башланасаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в