-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 12:34

Мәктәп автобусы юл ситенә төшөп киткән

Кушнаренко районында Мәскәү - Өфө федераль юлында мәктәп автобусы менән Scania йөк машинаһы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә...

Кушнаренко районында Мәскәү - Өфө федераль юлында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 54 йәшлек Өфө кешеһе идара иткән Scania йөк машинаһы менән “ПАЗ” мәктәп автобусы бәрелешкән. Автобусҡа 58 йәшлек водитель идара иткән.
Бәрелешкәндән һуң автобус һул яҡ канауға төшөп киткән һәм электр бағанаһына төкөлгән. Авария һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙы оҙата барған 27 йәшлек ҡатын йәрәхәтләнгән. Бәхеткә күрә, автобустағы һигеҙ бала ла иҫән-һау, бары ҡурҡыу менән генә сикләнгән. Өйҙәренә ҡайтып етергә бары 300 метр ғына ҡалған да бит...
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күңелһеҙ ваҡиғаның сәбәбен асыҡлау менән мәшғүл.
Читайте нас в