+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 00:15

Ҡойма ямғырҙар, епшек ҡар һәм боҙлауыҡ...

Синоптиктар Башҡортостанда һауа торошоноң алмашыныусан булыуын хәбәр итте.

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа шарттарының төрлө булыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ел көсәйә, көнбайыш райондарҙа ямғырҙар башлана.
Көньяҡ Урал өҫтөндә өйөрөлгән циклоник дауыл арҡаһында һауа торошо бөтөнләй боҙола. Тотош республикала ямғыр яуа башлай. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12 градустан юғары күтәрелмәй.
Ошо циклондың артҡы өлөштә арктик һауа килә, шуға күрә киләһе аҙнаның башында төндә һәм иртән урыны менән епшек ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы ихтимал. Һаҡ булығыҙ!
Ләкин 24 сентябрь әбейҙәр сыуағы башлана тип фаразлай синоптиктар.
Вәсилә Әйүпова фотоһы. Бөрйән районы Байназар ауылы.
Читайте нас: