+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2020, 12:21

Йәш таланттарҙы конкурс көтә

"Алтын тауыш" республика конкурс-фестивалендә балалар музыка мәктәбе һәм сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, колледждар һәм һөнәри белем биреү учреждениелары талиптары, юғары белем мәғариф учреждениелары ҡарамағындағы педагогия практикаһы музыка мәктәптәре уҡыусылары, сәләмәтлек мөмкинселектәре сикләнгәнгәндәр ҙә ҡатнаша ала.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт өлкәһендәге белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһындағы «Алтын тауыш» республика конкурс-фестивале (“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” федераль һәм төбәк проекттары сиктәрендә) балалар музыка мәктәбе һәм сәнғәт мәктәбе, колледждар һәм һөнәри белем биреү учреждениелары, юғары белем мәғариф учреждениелары ҡарамағындағы педагогия практикаһы музыка мәктәптәре уҡыусылары, сәләмәтлек мөмкинселектәре сикләнгәнгәндәр ҙә ҡатнаша ала.
Конкурс-фестиваль 2020 йылдың ноябрендә видеояҙмалар буйынса дистанцион форматта үтәсәк. Ул: «Академик йыр», «Халыҡ йыры», «Эстрада йыры» номинациялары буйынса буласаҡ. Сара һөҙөмтәләре буйынса видеофильм булдырыу ҡаралған.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас: