+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2020, 14:35

IT-бизнесты үҫтереүгә күпме аҡса кәрәк?

2020 йыл башынан Башҡортостандың һанлы технологиялар өлкәһендә үҫешкән компаниялары һәм эшкәртеүселәренә ҙур күләмдә грант бирелгән. Был аҡсалар инновация проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн бүленгән.

2020 йыл башынан Башҡортостандың һанлы технологиялар өлкәһендә үҫешкән компаниялары һәм эшкәртеүселәре 37, 5 млн һумлыҡ финанс ярҙамы алған. Грант итеп бирелгән был аҡсалар инновация проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн бирелгән.
Республиканың ИТ-эшҡыуарҙарының грант алыу буйынса әүҙемлеген арттырыу һәм ИТ-бизнесты тиҙ үҫтереү өсөн быйыл IT-проекттар өсөн төбәк акселерация проекты старт алған. Ул «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли проектының «Һанлы технологиялар» федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Был эштәр перспективалы инноваторҙарҙы күрергә һәм, проекттың әҙерлек кимәленә ҡарамайынса, уны тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Сығанаҡ: БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.
Читайте нас: