+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 16:30

Башҡорт теле уҡытыусылары форумы үтәсәк

24-25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙасаҡ. Ул Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелә.

24-25 сентябрҙә Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙасаҡ. Ул Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәрелә. Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторола.
Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәрендә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ киңерәк ҡулланыу мөмкинлектәрен барлау.
Форумда республиканың һәм Рәсәй төбәктәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район һәм мәктәп методик ойошмалары етәкселәре, Башҡортостандың һәм Рәсәй төбәктәренең инновацион дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениеларының башҡорт теле уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары ҡатнашасаҡ.
Сарала республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе 250 кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Читайте нас: