+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 17:47

Башҡортостан ҡотҡарыусыларын Владимир Путин тәбрикләне

Рәсәй президенты Башҡортостандан ике ҡотҡарыусыға юғары награда тапшырҙы.

Рәсәй Федерацияһы территорияһында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге хеҙмәттәре өсөн «Рәсәй Федерацияһының янғындан һаҡлау буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре» маҡтаулы исемгә Өфө ҡалаһының янғындан һаҡлау идаралығы начальнигы Рәүил Кәримов лайыҡ булды.
Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен булдырмауҙағы хеҙмәттәре өсөн Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте белгесе Хәким Ниғмәтйәнов “Рәсәйҙең атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы” исеменә лайыҡ булды.
2020 йылдың 21 сентябрендә Дәүләт Башлығы бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Мәғлүмәт һәм фото gtrk.tv сайтынан алынды.
Читайте нас: