+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 19:31

ИҒТИБАР! ЙӘНӘ БЕР МАТУР КОНКУРС!

Тиҙҙән иң матур байрамдарыбыҙҙың береһе – уҡытыусылар көнө! Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә... (дауамы - сайтта)

Тиҙҙән иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе – уҡытыусылар көнө!

“Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла. Уҡыусы булһынмы ул, студентмы, мәктәп тупһаһын атлап сығып киткәнгә инде тиҫтә йылдар үтһенме, һәр кемдең күңел түрендә яратҡан уҡытыусыһына ҡарата матур хәтирәләр йәшәй. Сөнки ул һинең өсөн ябай ғына уҡытыусы түгел. Матур кәңәштәре, хәстәрлеге, ҡыҙыҡлы дәрестәре, ғәҙел баһалары, сикһеҙ һөйөүе менән ул һине белем иленә әйҙәүсе. Беҙҙең конкурсыбыҙ ҙа нәҡ ошондай оло йөрәкле уҡытыусылар тураһында.

Дуҫтар! Һеҙҙең тормошоғоҙҙа ла әсәй кеүек яҡын күргән уҡытыусығыҙ барлығына шигебеҙ юҡ. Яратҡан уҡытыусығыҙға күңел түренән сыҡҡан иң йылы, ихлас теләктәрегеҙҙе еткерегеҙ! Конкурс эштәрегеҙҙе (жанрын сикләмәйбеҙ: мәҡәлә, һүрәтләмә, шиғыр, хикәйә, эссе, һүрәт) [email protected] электрон адресы буйынса ебәрә алаһығыҙ. Иң яҡшы тип һаналған эштәр журнал биттәрендә донъя күрәсәк. Еңеүселәргә “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре биреләсәк. Конкурсҡа йомғаҡ октябрь башында яһаласаҡ.
Читайте нас: