+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2020, 17:59

Табипҡа тиҙ генә яҙылайым, тиһәң

Йыш ҡына дауаханаға шылтыратып, кәрәкле табипҡа яҙылып булмай ҙа ҡуя. Был саҡта беҙгә телефонға ҡуйыла торған ҡушымталар ярҙамға килә.

Башҡортостан Республикаһында интернет менән әүҙем файҙаланырға яратыусылар “КВрачу” мобиль ҡушымтаһы аша, БР Берҙәм медицина порталы аша, йәки “Госуслуги” РФ Дәүләт хеҙмәте порталының рәсми сайты аша табиптарға яҙыла ала.
Табипҡа тәү тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә генә яҙылырға кәрәк, сөнки артабан дауалаусы табип медицина ойошмаһы буйлап үҙе электрон рәсмиләштерә. Кәрәкле ваҡытҡа яҙылып булмағанда, пациент электрон сиратҡа ҡуйыла, аҙаҡ, әгәр урын бушаһа, уның менән операторҙар телефон аша бәйләнешкә инә.
Табипҡа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Контакт-үҙәге аша ла яҙылырға мөмкин: бушлай ҡыҫҡа һан – 1301, 88003471301, унда стационар телефон аша ла, мобиль телефон аша ла шылтыратырға була.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: