+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 14:45

3 йәштән 7 йәшкә тиклем түләнә торған пособие арта?

Владимир Путин сенаторҙар менән осрашыу барышында 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән пособиены арттырырға кәрәклеге тураһында әйтте.

Владимир Путин сенаторҙар менән осрашыу барышында 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйенләнгән пособиены арттырырға кәрәклеге тураһында әйтте.
Йыл башында үҙ көсөнә ингән был ҡарар аҙ килем алған, йәғни дөйөм ғаилә килеменең бер кешелек йәшәү минимумынан күп булмаған ғаиләләр өсөн һәйбәт ярҙам булғайны. 3-7 йәшлек балалар өсөн тәүге түләүҙәрҙе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр июнь айында ала башланы.
Республикала 2020 йылда йәшәү минимумы йән башына 9567 һумға тура килә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр әлеге ваҡытта 3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиены ошо йәшәү минимумының ҡап яртыһын - 4783 һум да 50 тин күләмендә ала (бында бер аҙ кәм, йәки күберәк булыуы бар).
Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм ижтимағи сәйәсәт министрлығы Владимир Путиндың был тәҡдимен ыңғай ҡабул иткән һәм яҡын арала законға үҙгәрештәр индереләсәге тураһында хәбәр иткән.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: