+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2020, 19:41

Красноусолда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды

Башҡорт теле йылы сиктәрендә бөгөн Ғафури районының Красноусол ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы башланды.#БашҡорттелеФорум#ФорумБашкирскогоязыка#Башкирскийязык2020#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә бөгөн Ғафури районының Красноусол ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы башланды.
Оло форум Башҡортостан Хөкүмәте, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторола.
Ике көн дауамында барасаҡ сараның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, уны Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
Унда башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусылары, район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтарының туған телдәр өсөн яуаплы белгестәре һәм методистары, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” төбәк-ара конкурсы еңеүселәре (һуңғы ун йылдағы), мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, ғөмүмән, 250 тирәһе кеше ҡатнаша.
– Әлеге форум башҡорт теле, әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен күтәреү, киләсәккә пландар билдәләү йәһәтенән ныҡ отошло, – тине сарала ҡатнашыусыларҙы республика етәкселеге исеменән сәләмләп, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров. – Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө сара - тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла. Һөйләшеүҙең нәҡ Башҡортостан Республикаһы көнө, Уҡытыусылар көнө алдынан уҙыуы оло мәғәнәгә эйә.
Фәнүр Мөхәррәм улы билдәләүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Мәғариф сәғәте”ндә мөһим мәсьәләләр тикшерелә. Ғөмүмән, республика етәкселеге мәғариф тармағына көслө иғтибар бүлә. 2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй I съезы үтте, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ассоциацияһы уңышлы эшләй.
– Сара тамамланып, тыуған яҡтарығыҙҙа ҡайтҡас, ошонда алған бай тәьҫораттар, яңы фекерҙәр һәм башланғыстар һеҙгә тағы ла дәртләнеп эшләргә көс бирһен, - тине сығышында Премьер-министры урынбаҫары.
Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика етәкселеге тарафынан туған тел уҡытыусыларына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелеүен билдәләне. Туған телгә өйрәнеү ғаиләнән һәм мәктәпкәсә тәрбиәнән башлана, тине ул.
Артабан форум үҙенең эшен бер нисә майҙансыҡта дауам итте. “Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив һәм мультимедиа ресурстары”, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?”, “Тыуған яҡты өйрәнеү һәм этномәҙәниәт йүнәлешендәге дәрестәр: нимә ҡулланырға һәм нисек уҡытырға?”, “Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу”, "Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?”, “Төбәк мәғариф системаһында классик университет һәм белем биреү учреждениелары: хеҙмәттәшлек формалары” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа эшлекле, йәнле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар ойошторолдо.
Әйтәйек, “Башҡорт теленән дистацияла уҡытыуҙы нисек ойошторорға?” тигән майҙансыҡта Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Хәсәнова үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эльмира Салауат ҡыҙы һөйләүенсә, дистанцияла уҡыу осоронда ла һәр уҡыусы дәрестәргә етди әҙерлек менән килгән, берәү ҙә еңел ҡарамаған. Онлайн шарттарҙа ла балаларҙы ҡыҙыҡһындырырға мөмкин. Өҫтәүенә хәҙер гаджеттар өсөн программалар булдырыла, улар балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уята.
“Смарт” 162-се полилингваль күп профилле мәктәп директоры Наил Әминев “Башҡорт телен уҡытыу буйынса ата-әсәләр менән эште нисек дөрөҫ ойошторорға?” майҙансығында сығыш яһап, былай тине: "Башҡорт теленә иғтибар бермә-бер арта. Шуныһы ҡыуаныслы: ата-әсәләр тарафынан ярҙам тоябыҙ. Бөгөн күп тел, шул иҫәптән туған телеңде белеү заманса күренешкә әйләнә бара".
#Башҡорттеле2020
#БашҡорттелеФорум
#ФорумБашкирскогоязыка
#Башкирскийязык2020
#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ
Читайте нас: