"Демография" милли проекты сиктәрендә Салауат районының Малаяҙ ауылында ГТО майҙансығы булдырылды. Спорт обьекты урам тренажерҙары, мускулдарҙы күнектереү комплекстары, швед стенкаһы менән йыһазландырылған, ә аяҡ аҫтына йомшаҡ резина ҡатлам йәйелгән.