+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 18:35

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә

Сара әлеге ваҡытта "Красноусол" шифаханаһында бара. Бөгөн ниндәй мәсьәләләр ҡаралған һәм ҡарала? Ниндәй саралар үткәрелә? Тулыраҡ - сайтта.

Бөгөн форумдың икенсе көнө. Кисәге көн сарала ҡатнашыусылар өсөн сараларға ифрат бай булды: форумды асыу тантанаһынан һуң 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Дистанцион уҡытыу, уҡытыуҙы цифрлаштырыу, мәктәп телевидениеһы, театры, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, төрлө гранттарға документтар йыйыу һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыуҙар, БДУ-ң, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының айырым майҙансыҡтары эшләне.
Башҡорт теле йылына арналған форумға Башҡортостандан һәм милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 250 ҡатнашыусы йыйылды. Уларҙы бөгөн Башҡортостан хөкүмәте башлығы Радий Хәбиров сәләмләне һәм тәрбиәселәрҙе 27 сентябрь – мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләүсе педгогтар көнө менән ҡотлап үтте.
“Иң тәүҙә барығыҙҙы ла етеп килгән байрамдар – Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө һәм Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым. Туған телде, милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә һеҙҙең эшегеҙ оло маҡтауға лайыҡ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем,” – тине ул башҡортса.
Ер шарында 2 миллион самаһы башҡорт йәшәй, шуларҙың миллион ярымы – Рәсәйҙә, шул һандың 1,2 миллоны – тыуған республикала. Хөкүмәттең бурысы – быуаттан-быуатҡа аманат итеп тапшырыла килгән туған телде яҡлау, һаҡлау. Радий Фәрит улының башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡарашы етәкселектең төрлө кимәлдәрендә сағыла: рәсми башҡорт теле өйрәнелә, сығыштар туған телдә йышыраҡ яңғырай, етди йыйылыштарҙа милли кейем атрибутикаһы ла булыуы күңелгә май кеүек яғыла.
Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде. Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идаралығы, Уҡытыуҙы үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге асылды. Улар туған телде өйрәнеү өлкәһендә килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеүҙә ҙур роль уйнай, полилингваль һәм милли мәктәптәргә ҙур терәк булып тора, әсбаптар әҙерләүгә, төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә.
Башҡорт теле йылы сиктәрендә республика башлығы гранттарына дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсатында әллә күпме эштәр эшләнелде. Миҫал өсөн мобиль ҡушымталарҙы ғына алайыҡ. Бер нисә йыл элек кеҫә телефондарында саф башҡортса әкиәттәр тыңларбыҙ, уйындар уйнарбыҙ тигән өмөт тә бик һүрән генә ине.
“Башҡорт телен өйрәнгәндә диалекттарҙы ла күҙ уңында тотоу зарур. Бөгөн төньяҡ-көнбайыш райондарҙың туған диалектына иғтибар артты. Башҡорт дәүләт университетының тел белгестәре был райондарҙа экспедициялар ойоштора. Халыҡ-ара диктант яҙғанда ла төньяҡ-көнбайыш диалектта яҙыу мөмкинлеге булды” – ти Радий Хәбиров.
Полилингваль һәм күп профилле белем усаҡтары тураһында ла һүҙ барҙы форумда. Әлеге ваҡытта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ошондай өс мәктәп эшләй, йыл аҙағына тиклем Нефтекамала ла асыласаҡ. 2024 йылға тиклем уларҙың һаны 14-кә етәсәк. Тағы бер мөһим мәсьәлә – уҡыусыларҙың телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу. Баашҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданы Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы олимпиадалары исемлегенә индереү ошо олимпиадала еңеүсе сығарылыш синыф уҡыусыларына юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә 3-тән 10-ға тиклем балл өҫтәй.
Бөгөн - форумдың аҙаҡҡы көнө. Сараның икенсе көнөндә уҡытыусылар өсөн бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, “Эдвис” уҡытыу-методик үҙәге, республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге учреждениеһы һәм башҡалар ҡатнаша унда.
Читайте нас: