Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков аңлатыуынса, был премияға төрлө кешеләр тәҡдим ителә. Президентты премияға тәҡдим итеү ғаризаһы Осло ҡалаһындағы Нобель комитетына 10 сентябрҙә килгән. Сергей Комков әйтеүенсә, тап ошонан һуң Америка яғынан АҠШ Президенты Дональд Трамп тәҡдим ителгән.
Әлеге донъя премияһы – XIX быуат аҙағында швед сәнәғәтсеһе һәм уйлап табыусыһы Альфред Нобель ҡалдырған бишәүҙең береһе. Уны донъяны нығытыуға тос өлөш индергән кешегә йәки ойошмаға тапшыралар.