"Юлдаш”ты кем генә тыңламай икән? Уны Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкә-республикаларҙа, интернет селтәре аша доньяның башҡа тарафтарында ла тыңлайҙар. Күркәм юбилейын туйлаған радиобыҙҙы беҙ ҙә ҡотлайбыҙ! Тынғыһыҙ мәғлүмәт һәм йыр-моң донъяһында эшләүсе ағай-апайҙарға матур тапшырыуҙары өсөн рәхмәтебеҙҙе еткергебеҙ килә. Арымай-талмай, оҙаҡ йылдар "Юлдаш"ты һайратырға яҙһын һеҙгә!