+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2020, 11:13

Байрам да , йәрминкә лә, бәйге лә бергә!

Бөгөн баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында “Өфө ҡәлғәһе” йәрминкә-фестивале үтә, ул Киров районы ойошторолоуының 85 йыллығына арнала.

Бөгөн баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында “Өфө ҡәлғәһе” йәрминкә-фестивале үтә, ул Киров районы ойошторолоуының 85 йыллығына арнала.
Ҙур байрам бер нисә әүҙемлек нөктәһен берләштерәсәк. 10.00 сәғәттә ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе башлансаҡ, уны ҙур концерт йәнләндереп ебәрәсәк. Үткәреү урыны – Зәки Вәлиди урамы, ҡатнашыусылар Ғафури скверынан Аксаков урамына тиклем һуҙыласаҡ. Йәрминкә 21 сәғәткә тиклем барасаҡ. Сара барышында телгә алынған участкала хәрәкәт ябыласаҡ.
Көндөң икенсе яртыһында Салауат Юлаев майҙанында концерт программаһы буласаҡ, “Ватан ” паркында спорт ярыштары уҙғарыласаҡ. Ағиҙел ярындағы яңы майҙанда картинг буйынса бәйгене һәм спортсыларҙың сығыштарын ҡарап буласаҡ.
Матур сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Фото: ufacity.info
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: