+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 13:32

Бөгөн Владимир Путин Дәүләт Советы президиумы ултырышын үткәрә

Онлайн-форматта үтәсәк ултырышта милли проекттар һәм уларға индереләсәк үҙгәрештәр темаһы төп тема булмаҡсы.

Рәсәй Президиенты бөгөн Дәүләт Советы президиумы ултырышында сығыш яһаясаҡ. Видеоконференция форматында үтәсәк ултырышта милли проекттар мәсьәләһе тикшереләсәк.
Владимир Владимировичтың һүҙҙәре буйынса, әле милли проекттарға үҙгәрештәр әҙерләнә һәм бында төбәк властарының фекере мөһим.
Рәсәй Президентының 2018 йылдың майы башында икенсе «май указы»на - Рәсәйҙең 2024 йылға тиклемге осорға дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәре билдәләнгән комплекслы документҡа - ҡул ҡуйыуы милли проекттарҙың башҡарылыуына этәргес булыуын билдәләп үтергә кәкрәк.
Фото: Алексей Никольский / ТАСС
Читайте нас: