+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 14:04

Сибай ҡыҙы Зарина WorldSkills Russia ярышында 2-се урын яуланы

Ҡыҙ былтыр ҙа Ҡаҙан ҡалаһында үткәрелгән WorldSkills Russia бәйгеһендә ҡатнашҡайны, тик унда 4-се урынға лайыҡ булды. Етәксеһе - Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусыһы Луиза Ильяс ҡыҙы Ишназарова менән быйыл да ярышҡа бик ентекле әҙерләнгән һәм һөҙөмтәлә 2-се урынға ирешә алған ул.

"Йәш профессионалдар" федераль һәм "Мәғариф" милли проекттары сиктәрендә ойошторолған 18-се "Йәш профессионалдар" (WorldSkills Russia) Милли чемпионаты тамамланды һәм Башҡортостан командаһы йәнә бер призлы урын алып, шатландырҙы.
Сибай ҡалаһы 9-сы лицейының 11-се синыф уҡыусыһы Зарина Арғынбаева юниорҙар араһында "Маляр һәм декоратив эштәр" номинацяһында икенсе урын яуланы.
Ҡыҙ былтыр ҙа Ҡаҙан ҡалаһында үткәрелгән WorldSkills Russia бәйгеһендә ҡатнашҡайны, тик унда 4-се урынға лайыҡ булды. Етәксеһе - Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусыһы Луиза Ильяс ҡыҙы Ишназарова менән быйыл да ярышҡа бик ентекле әҙерләнгән һәм һөҙөмтәлә 2-се урынға ирешә алған ул. Ярыштар Кемерово ҡалаһында үтергә тейеш булған, әммә эпидемияға бәйле онлайн-форматта үткән.
- Ярыштар 4 көн буйы барҙы: обойҙар йәбештерҙем, ваҡытҡа ҡул аҫытнда булған әйберҙәрҙән - бумала менән линейка ярҙамында ҡаты фреска эшләнем, - ти Зарина. - Иң оҡшағаны - "Фристайл" модуле булды. Унда Декоратив штукатурканы ҡулланып, ни теләйһең шуны эшләйһең. Тик ваҡыты ғына һанаулы булды. Минең картинам "Сағыу тынлыҡ" тип аталды, төнгө урманды, айҙың йылға, ҡаялар, шыршылар менән серләшеүен сағылдырҙым.
Зарина әлеге ваҡытта БДИ-ларға әҙерләнә, "Гөлдәр" бейеү ансамбленә лә йөрөргә өлгөрә. Унда ул 13 йыл шөғөлләнә! Киләсәктә тырыш ҡыҙ WorldSkills Russia бәйгеләренең талиптар өсөн этаптарында ҡатнашырға хыяллана. Үҙе кеүек әүҙемдәр өсөн чемпионатҡа әҙерләү өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә әҙер Зарина.
Читайте нас: