+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 17:36

Башҡортостанда Бөтөн Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы!

Иғтибар! Гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу ун көнлөгө...(дауамы - сайтта)

1-11 октябргә Башҡортостандың бөтөн почта бүлексәләрендә һәм podpiska.pochta.ru. сайтында көҙгө Бөтөн Рәсәй гәзит-журналдарға льготалы яҙылыу ун көнлөгө үтәсәк.
2021 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы сиктәрендә Рәсәй Почтаһы “Аманат” журналына ташлама менән яҙылырға мөмкинлек бирә.
Бынан тыш, Бөтөн Рәсәй декадаһы барышында “Мәрхәмәт ағасы” акцияһы сиктәрендә балалар йорттары китапханаларына, приюттарға һәм башҡа социаль учреждениеларға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән "Аманат" журналына яҙҙырып бүләк итергә була.
10 көн буйы Ер шарының теләһә ниндәй нөктәһенән podpiska.pochta.ru. сайты, йәки https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/998/ һылтанмаһы аша инеп, компьютер, смартфон аша он-лайн яҙыла алаһығыҙ, шулай уҡ Башҡортостандың бөтөн почта бүлексәләрендә “Аманат”ҡа осһоҙ хаҡҡа яҙылып була.
"Аманат" республика балалар-үҫмерҙәр журналына 2021 йылдың 1-се яртыһына ла яҙылыу дауам итә. Хаҡы - 370 һум 08 тин. Индексы – П2706.
Читайте нас: