Уҡытыусы мәктәпкә күүүп итеп шарҙар алып килгән, ти. Уҡыусыларға берешәрҙән таратып сыҡҡан да, өрөп, тултырырға ҡушҡан. Аҙаҡ һәр береһе шарына үҙенең исемен яҙған. Балалар шарҙарын мәктәп коридорына алып сыҡҡан да иҙәнгә һалған. Уҡытыусы шарҙарҙы бутаған һәм 5 минут эсендә һәр кемгә үҙенең исеме яҙылған шарҙы табырға ҡушҡан. Башланған шау-шыу, һәр бала үҙенең шарын эҙләп, геү килгән, әммә 5 минут эсендә берәү ҙә үҙенекең таба алмаған.