+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 16:35

Дистантҡа күсәбеҙме ни?

Республикала 139 уҡыусыла һәм 67 уҡытыусыла тажвирус раҫланған. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта киҫкен респираторлы вируслы инфекция (ОРВИ) менән сирләүселәр һаны 4 меңгә еткән

Республикала 139 уҡыусыла һәм 67 уҡытыусыла тажвирус раҫланған. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, мәктәптәрҙе ҡабаттан дистанцион уҡыуға ебәреү ҡаралмаған.
Министр әйтеүенсә, уҡыу йылы башында вирус йоҡтороусыларҙың һаны юғарыраҡ булғайны. 323 бала карантинға ебәрелгәйне. Хәҙер иһә балалар араһында киҫкен респираторлы вируслы инфекция (ОРВИ) менән сирләүселәр һаны 4 меңгә еткән. Улар ҙа карантинға ебәрелгән.
"Киҫкен респираторлы вируслы инфекция (ОРВИ) менән сирләүсе балалар һаны үткән аҙнала 5 меңдән артып киткәйне, әле статистика нормалләшеп килә. Уҡыусылар һауыға, прививка эшләтеү кампаниялары әүҙем алып барыла. Был саралар балалар араһында вирус таралыуға сик ҡуя. Ситуация контроль аҫтында, шуға ла алдағы ике айҙа беҙ киренән дистанцион уҡыуға күсергә уйламайбыҙ", - ти ул.
Фото: Рixabay.com
Читайте нас: