Ҡарағыҙ әле, ҡояш нисек йылмая! Алтын көҙҙөң матур биҙәге ул - әбейҙәр сыуағы. Тап бөгөн - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә.
Хөрмәтле инәйҙәр, олатайҙар! Тормоштоң тәмен, йәмен, балаларығыҙҙың ихтирамын тойоп, ейәндәрегеҙҙе тупылдатып һөйөп, баллы-майлы сәйҙәр эсеп хаҡлы рәүештә ял итеүегеҙҙе теләйбеҙ! Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, именлек һәм бәхет юлдаш булһын!
Дуҫтар, бөгөн мотлаҡ рәүештә олатай, өләсәйҙәрегеҙҙе, оло йәштәге туғандарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ. Кеше күңеле - бер йылы һүҙ - шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, йәме?