-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 12:15

Өфөлә грипҡа ҡаршы вакцинаны күсмә пункттарҙа алырға мөмкин

Дүшәмбе, 5 октябрҙән, Башҡортостандың баш ҡалаһында грипҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн күсмә пункттар эшләй башлай.

Дүшәмбе, 5 октябрҙән, Башҡортостандың баш ҡалаһында грипҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн күсмә пункттар эшләй башлай. 18 йәше тулған һәр кем [балалар һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар уны йәшәгән урыны буйынса поликлиникала эшләтә — ред.] яҙма ризалыҡ менән укол ҡаҙатырға мөмкин.
«Вакцинация алдынан медицина тикшереүе үткәрелә. Квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре иммунизация өсөн медицина күрһәтмәләренең булыу-булмауын билдәләй, температураны һәм ҡан баҫымын үлсәй. Үҙең менән паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ алып килергә кәрәк», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
11 октябргә тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем күсмә пункттар өлкәндәрҙе ҡабул итә:
— Инорс биҫтәһендәге «АкварИн» сауҙа-күңел асыу үҙәге биләмәһендә;
— «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында;
— «Ҡунаҡһарай» биләмәһендә;
— Затон биҫтәһендәге«Тулҡын» паркында;
— «Орион» ижад һарайы биләмәһендә.
Читайте нас в